Среда, 01.05.2024, 00:48
Приветствую Вас Гость | RSS
Поиск
Вход на сайт
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫҺЫ КЕЙЕКБАЕВА ЛИЛИӘ ӘҘЕҺӘМ ҠЫҘЫНЫҢ САЙТЫ

Разработки уроков

5-се класс өсөн III сиректә үтелгәндәр буйынса тест. 

1. Ҡара йөрәк, Арҡайым, Тимер Ҡаҙыҡ, Зөһрә, Ел батыр ниндәй әҫәрҙән?

1) Р.Шәкүр “Урал батыр иле – сал Урал”

2) Л.Яҡшыбаева “Бәхетең үҙең менән”

3) А.Йәғәфәрова “Урал иле”

4) “Алпамыша батыр” әкиәте

2. Түбәндәге юлдарҙың авторы кем?

Һәм, ҡыҙым, Ватан ошо ул-

Бына беҙ торған урын,

Һәм һинең көн һайын иртән

Уйнарға сыҡҡан юлың.

1) М.Кәрим

2) М.Ғафури

3) М.Ғәли

4) Р.Ниғмәти

3. Х.Тапаҡовтың “Бибинур “улуәсәй” әҫәре нимә тураһында?

1) Ерһеҙ ҡалыу

2) Туған телде белмәү

3) Ололарҙы хөрмәтләмәү

4. «Өс таған» әҫәренең авторы кем?

1) М.Ғафури

2) Р.Ниғмәти

3) С.Ҡудаш

4) М.Кәрим

5. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған» әҫәрҙәренең авторы кем?

1) М.Ғафури

2) Р.Ниғмәти

3) С.Ҡудаш

4) М.Кәрим

6. Бөркөтлө ауылы янындағы ҡайһы күл һыуыҡ үтә һалҡын?

1) Ҡалҡанкүл

2) Ҡылыскүл

7. «Өс таған»дың башлығы итеп кемде һайлайҙар?

1) Вәзирҙе

2) Ғабдулланы

3) Айҙарҙы

8.Түбәндәге әҫәрҙәрҙең авторҙарын тап:

1) “Өс таған”                 а) Ғ.Вәлиев

2) “Урал иле”                  б) М.Кәрим

3)“Әсәйем фатихаһы”   в) А.Йәғәфәрова

9. Түбәндәге шиғырҙарҙың авторҙарын яҙ:

1) Урал, Урал – хазиналар иле,

Мөғжизәләр иле, һай, Урал!

Тәңребеҙҙең һөйөп баҡҡан ере,        а) Р.Ниғмәти

Алтын-көмөш иле – дан Урал.

2) Был илдә һәр ваҡыт яҡты,

Был илдә һәр саҡ ал таң-

Шул бына беҙҙең тыуған ил,            б) Р.Шәкүр

Шул бына беҙҙең Ватан.

10. Бындай һүрәтләүҙәр нисек атала:

1). Әйберҙәрҙең һәм күренештәрҙең үҙенсәлекле билдәләрен күсермә мәғәнәлә сағылдырыусы художестволы аныҡлаусылар;

2). Әҫәрҙә тәбиғәт күренштәрен һәм йәнһеҙ әйберҙәрҙе тере заттарға хас сифаттар менән һүрәтләү:

а) йәнләндереү б) эпитет

11. Шиғырҙарҙың авторҙарын билдәлә:

1). Әсә күңеле - тәрән диңгеҙ, тиҙәр,

Шикләнмәйем, ысын шулай бит?               а) Н.Нәжми

Ул күңелгә күпме шатлыҡ һыйһа,

Ҡайғылар ҙа бик күп һыя бит!

2). Бәхеттәрең һинең ябай булды.

Риза инең барына һин, әсәй.                        б) Х.Назар

Эй. Һөйөнә инең, баҙарҙарҙан

Алып ҡайтҡас өйгә таҡта сәй.

3). Әйтерһең, күктә аҡҡоштар

Аҡ мамыҡ ҡойоп осто.                                в) К.Кинйәбулатова

Ап-аҡ бөртөктәр күренде –

Тәүге ҡунағы ҡыштың.

12. Әҫәрҙәрҙең авторын тап:

1). «Башҡортостан”                                  а) С.Сурина

2). «Дуҫлыҡ төйәге”                                   б) И.Кинйәбулатов

3). «Ҡышты ҡаршылағанда”                  в) Р.Ғарипов

13. Йәшәү йылдарын дөрөҫлә:

1). М.Кәрим а) 1918-1999

2). Н.Нәжми б) 1919-2005

14. Был персонаждар ҡайһы әҫәрҙән:

1). Гөлнур, Вәзир, Ғабдулла                           а) “Әсәйем фатихаһы”

2). Айгөл апай, Фәрхәт, Ғимран                  б) “Урал иле”

3). Зөһрә, Ел батыр, Ҡара йөрәк                в) “Өс таған”

15. Әҫәрҙәрҙең исемен дөрөҫлә:

1). Ҡуян үҙенең дуҫтар менән осрашҡанда билдәле һынамыштар ишетә.

2). Малай ағаһы менән утын әҙерләп ташый.

а) “Ҡышты ҡаршылағанда” б) “Әсәйем фатихаһы”